|
Ҡәҙерле туғандар!!! Барығыҙҙы ла Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғарипов иҫтәлегенә һәм гүзәл илебеҙ Башҡортостаныбыҙға арналған "Бәхетле осраҡ. Аҡ тирәк-күк тирәк" уйынына саҡырабыҙ! Әгәр һеҙҙең өсөн Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте ниндәйҙер мәғәнәгә эйә икән, был уйын һеҙҙең өсөн!
Аҡ тирәк-күк тирәк Кемдәр беҙҙә көслөрәк? Ағайҙар hәм апайҙар, Әллә инде беренселәр? Әйҙәгеҙ, ятып ҡалмағыҙ, Барығыҙ ҙа килегеҙ! Кемдәр көслө икәнен, Үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ!!! Һеҙҙе уйын ғына түгел, ә күстәнәскә Башҡортостаныбыҙҙың йондоҙҙарынан дәртле йыр-бейеүҙәр һәм бүләктәр ҙә көтә! Тик һеҙ ҙә буш ҡул менән килә күрмәгеҙ инде, беҙ һеҙҙән уйынсыларға һорауҙар, шулай уҡ шиғыр конкурсына Рәми Ғариповтың шиғырҙарын көтәбеҙ. Байрам тыныслыҡ һәм татыулыҡ Федерацияһының бинаһында 23 ноябрь 14 сәғәт 30 минутта башлана. Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Мира проспекты, 36; м.Проспект Мира. Адресты картала ҡарарға |